Һеҙҙе бөтә Күмертау халҡы исеменән сәләмләйем. Беҙ ҡунаҡтарға, яңы танышыуҙарға һәм дуҫтарға һәр ваҡыт шатбыҙ. Һеҙ алдан бер ҡасан да Күмертау ҡалаһы тураһында ишетмәгән һәм беҙгә килмәгән булһағыҙ, һеҙҙең уның тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәккә пландары менән танышырға мөмкинлек бар.
Беҙҙең ҡала үҫә, һәйбәт социаль-иҡтисади күрһәткестәр күренә, эш һөйөүсәнлек һәм халыҡтың йәмәғәт активлығы потенциалына эйә. Беҙ иртәге көнгә ышаныслы һәм маҡсатлы ҡарайбыҙ.
Ҡала етәкселеге диалог өсөн һәр саҡ асыҡ, халыҡ, предприятиелар һәм учреждениелар, ижтимағи-сәйәси ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Рәсми ҡала сайтында сағылыш тапҡан Күмертау ҡалаһы тураһындағы мәғлүмәт, ҡала тормошон сағылдырған оператив яңылыҡтар һәр ингән кешегә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булыр, яңы дуҫтар һәм арҡаҙаштар табырға ярҙам итер, тип ышанам!
Ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев.