Символикаһы | Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте
e1 e2 e3 e4 e4 e4 e4

Ҡала тураһында

Символикаһы

Күмертау ҡалаһы ҡала округы гербы

Күмертау ҡалаһы ҡала округы гербы

Күмертау ҡалаһы гербы Башҡортостан Республикаһы Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 21 сентябренән 13-8 һаны аҫтында раҫланған. Герб 2994 һаны аҫтында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистры, шулай уҡ 032 һаны аҫтында Башҡортостан Республикаһында Дәүләт регистры символикаһына индерелгән.

 

2006 йылда эшләнгән яңы гербтың беренсе вариантында имән веногы һәм ҡурай ҡыҫанланған ине. Бәлки Геральдик совет тәҡдиме буйынса герб би6әүестәрһеҙ ябай геральдик ҡалҡан формаһында раҫланған.

«Береһе икенсеһе өҫтөндә урынлашҡан бер тигеҙ өс ҡара өсмөйөш менән уратып алынған ситтәре алтын төҫлө зәңгәркүк яланда уң яҡҡа ҡарап торған алтын дала ыласын тора».

Символиканың ниге6ләнеүе:
Герб ү6енең эске торошо менән бер6әм һәм килешле: гербтың бөтә фигуралары Күмертау ҡалаһының тарихи, географик һәм социаль-экономик ү6енсәлектәрен сағылдыра. Ҡаланың исеме башҡорт теленән тәржемә иткәндә – «күмер тауы». Шуның өсөн ҡала исеме символик рәүештә гербта ҡара өсмөйөштәр менән бирелгән. Бынан башҡа, өсмөйөш – киләсәккә ынтылған иң тотороҡло геометрик фигура. Гербтың ү6әк фигураһы булып ыласын тора. Ул ҡала тө6өлгән башҡорт далаһын символик рәүештә сағылдыра. Ыласын образы шулай уҡ ҡалала авиатө6өлөштөң үҫеше, Күмертау халҡының күккә үрләүен күрһәтә.

Күмертау ҡалаһы ҡала округы флагы

flag

Күмертау флагының һүрәтләнеше: киңлеге о6онлоғона 2:3-кә тура дүрт мөйөшлө туҡыма, һары, зәңгәр һәм һары вертикаль һыҙыҡтарҙан тора; зәңгәр һы6ыҡ уртаһында ҡанаттарын йәйгән һары төҫтәге ыласын. Символиканың нигеҙләнеүе: Флаг ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.

 

Күмертау тураһында йыр

В соответствии с Постановлением Правительства РФ № 1550 от 29 декабря 2016 года моногороду Кумертау присвоен статус Территории опережающего развития.