Тарихы | Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте
e1 e2 e3 e4 e4 e4 e4

Ҡала тураһында

Тарихы

Күмертау ҡалаһы 1956 йылда барлыҡҡа килгән һәм Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе, Европа менән Азия сигендә, Урал тауының көньяҡ яғында урынлашҡан. Ярты быуаттан артыҡ арала Башҡортостан һәм Рәсәй картаһында барлыҡҡа килгән беҙҙең ҡаланы үҙебеҙҙең бала кеүек яратабыҙ. Беҙҙең атай-олатайҙар уны күҙебеҙ алдында төҙөнөләр һәм беҙгә ул бәхетле яҙмышлы яҡты ҡала тигән ғорурлыҡ һәм ышаныс мираҫ итеп ҡалдырғандар.

!ҙенең килеп сығышы менән ул ваҡытта илгә кәрәкле булған һоро күмергә бурыслы. Ул кеше тормаған ерҙә, тимер һәм шоссе юлдары, электрик энергия сығанаҡтарынан алыҫта, производство базаһыҙ үҫешә башлаған. Ул ваҡытта ресурстары менән Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Йомағужа райондары ярҙам иттеләр.

Шул интузиазм менән тулған йылдарҙа беҙҙең төҙөүселәр бөтә көстәрен йыйып Башҡортостандың көньяғында әлеге тотороҡло нигеҙҙе һалдылар. Хәҙерге көндә ҡалала ҙур бер ғаилә булып машина төҙөүселәр һәм энергетиктар, төҙөүселәр һәм транспорт эшселәре, таусылар һәм газовиктар, иҡтисад һәм социаль өлкәләр белгестәре йәшәй.

Бында төрлө милләт кешеләре берҙәм йәшәй. Уларҙың эштәре хәҙер йәштәр ҡулында. №әр ваҡыт беҙ туған ҡаланан алыҫта булғанда уның күләгәле аллеялары, уратып алған урмандары, беҙҙең ҡанатлы символдар: самолет һәм вертолет иҫкә төшә. Беҙ оптимистар ҡәбиләһенән һәм беҙҙең бөтәһе лә килеп сығасаҡ!

karta bash

В соответствии с Постановлением Правительства РФ № 1550 от 29 декабря 2016 года моногороду Кумертау присвоен статус Территории опережающего развития.